Баймаҡта тағы ла бер ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен башланы

Яңы асылған үҙәк башлыса ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштерә. Уны рәсми асыу тантанаһын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Мохтаж булғандарға ярҙам итеү урыны. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам үҙәген асыуҙа район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ҡатнашты, ирекмәндәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Яңы асылған үҙәк башлыса ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштерә. Улар «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр ойошмаһы аҫтында эшләй. Өс ай эсендә ҡатын-ҡыҙҙар 300-ҙән ашыу толстовка, 200-ҙән ашыу баш кейеме, 100-гә яҡын дауалау билбауы теккән. Аҙна һайын тиерлек бынан гуманитар ярҙам еңел машиналар менән оҙатыла.

Ярҙам үҙәгендә махсус операцияла ҡатнашыусыларға арналған музей ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтарға, мәктәп уҡыусыларына, район тарихы һәм геройҙары тураһында «Хәрби туғанлыҡ» вәкилдәре һөйләй.

Үҙәк Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар һәм яҡлаусылар өсөн ышаныслы терәк булырға тейеш. Бында хәрби хәрәкәттәр ветерандары хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ эшкә урынлашыу мәсьәләләре лә ҡарала.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ