Туймазы ветераны Леонид Вдовин 100 йәшен ҡаршылай

Леонид Вдовин токарь станогында Еңеүҙе яҡынайтыусы һуғыш ветераны. Ул Туймазы районы Серафимовка ауылында ғүмер итә. Быйыл 9 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын, ә 10 майҙа йөҙ йәшен ҡаршылаясаҡ. Еңеүгә тос өлөш индергән йөҙйәшәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Лоенид Николаевичтың күкрәгендә тиҫтәләгән орден-миҙалдар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы ла бар. Был ветеран өсөн иң ҡәҙерле бүләк, 16 йәшенән токарь станогы артына баҫып дошманды Еңеүгә индергән фиҙаҡәр хеҙмәтенә юғары баһа.Леонид Вдовин Приморье крайының Вожжаевка станцияһында авиация оҫтаханаһында йыл дауамында токарь нескәлектәренә өйрәтеүсе оҫта етәкселегендә эшләй.Һөнәри оҫталыҡҡа ирешкәс, уға айырым станок бүленә.

Оҫтаханала хәрбиҙәр ҙә, ябай эшселәр ҙә эшләй . Беҙҙең етәксебеҙ капитан ине, мастерҙарыбыҙ сержант званиеһында, офицерҙар ҙа булды.Беҙ самолеттар йыйҙыҡ.

Леонид Вдовин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Ремонт цехында тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай.Бынан тыш ҡойоу цехы, тимерлектә оҫталар һауа һуғышында ҡыйратлған ил самаолеттарын, кукуризниктарҙы һәм башҡа хәрби техниканы өр-яңынан ремонтлап ҡабаттан һуғышта ҡулланырлыҡ хәлгә еткергән.Ил самолеттары моторҙарына деталдәр юғары теүәллек менән токарь станогында яһалған. Әммә диверсанттар ҙа тик ятмай. Авиация техникаһын ремонтлау цехын утҡа тота. Эшселәр тиҙ арала тышҡа сығып өлгөрә.

Көпө-көндөҙ дошман өс тапҡыр беҙҙең цехҡа тоҫҡап атты..Бөтә нәмә селпәрәмә килде. Һуңынан цехты башҡа хәүефһеҙ урынға күсерҙеләр.

Леонид Вдовин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Һуғыштан һуң геройыбыҙ «Октябрьскнефть»нефть һәм газ табыу идаралығында токарь булып эшләй.Бер-нисә тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе була. Уның хеҙмәт кенәгәнһендә йөҙҙҙән ашыу маҡтау һүҙҙәре теркәлгән. Леонид Николаевич етмеш йәшенә тиклем токарь станогы артында эшләй.Хатта үҙенсәлекле рекорд та ҡуя.Уның станогы өс тиҫтә йыл дауамында ватылмай, сафтан сыҡмай.

Еңеү өсөн мин самолеттарға теүәл деталдәр яһап үҙ өлөшөмдө индерҙем.

Леонид Вдовин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Башбат

Быйыл 10 майҙа уға 100 йәш тула. 16 йәшенән ил азатлығы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән сал сәсле ветеран әле лә сафта. Йәштәрҙең дә үҙ быуыны кеүек илһөйәр булып үҫеүен теләй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ