Йыл башынан Башҡортостанда 51 тәбиғи янғын сыҡҡан

Уларҙың 17-һе һуңғы тәүлектә булған. Ҡоро үлән яныу осраҡтары Өфө, Ишембай, Фёдоровка, Краснокама, Бөрө, Дәүләкән, Саҡмағош, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай һәм Шишмә райондарында теркәлгән. Шулай уҡ Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында икешәр янғын сыҡҡан. Янғындарҙың дөйөм майҙаны 25 ярым гектар тәшкил иткән. Хәйбулла районы Маҡан ауыл хакимиәте биләмәһендә көслө ел арҡаһында янғын тиҙ арала Сәғит ауылы йүнәлешендә тарала. Бөтә көстәр тораҡ пунктты һаҡлауға йүнәлтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ