Төҙөкләндереү эштәре «Лаки» хәйриә фонды һәм ҡала депутаттары ярҙамында тормошҡа ашырылған. Өс ай эсендә дауахананың 600 квадрат метрлыҡ хирургия бүлеге тулыһынса яңыртылған. Уйын бүлмәһе лә үҙгәртеп ҡоролған. Медицина учреждениеһында йылына 800-ҙән ашыу бала дауалана. Капиталь ремонттан һуң, бәләкәй пациенттарҙың тағы артыуы ихтимал. Сөнки, балалар хирургияһы бүлеге һуңғы заманса медицинаны ҡоролмалары менән йыһазландырылып, дауалауҙы тағы ла сифатлылараҡ итеүгә йүнәлтелгән.



