Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Благовещендә күпер төҙөлөшө өсөн тимер конструкциялар етештереү заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Республика ярҙамы менән тормошҡа ашырылған инвестиция проекты ярҙамында цех майҙаны киңәйтелгән, йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны булдырылған. Бынан тыш төбәк етәксеһе ҙур объекттарҙы биҙәү элементтарын етештереү заводында булды. Көн тәртибендә Радий Хәбиров Благовещен районы эшҡыуарҙары менән осрашып, бизнес вәкилдәрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡеүәтле производство. Күпер төҙөлөшө өсөн ҡаралған тимер конструкциялар Благовещен заводында ҙур күләмдә етештерелә. 1 млрд 200 млн һумға иҫәпләнгән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн элекке тимер-бетон заводы цехы киңәйтелгән, яңы станоктар урынлаштырылған һәм 115 кешегә эш урындары булдырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров предприятие эшмәкерлеге менән танышып, производство ҡеүәтен юғары баһаланы .
Благовещен районына эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров «Аркстал» предприятиеһын ҡараны. Йылдам үҫеш биләмәһе статусы менән эшләгән заводта төҙөлөш өсөн фасад панелдәре, декор өсөн конструкциялар етештерелә .
2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән инвестиция проектына ярашлы заводтың етештереү ҡеүәте арттырылған, яңы эш урындары булдырылған.
Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир һәм уның ғаиләһе менән осрашты. Вәхит Вәлиев тормош иптәше менән 30 бала тәрбиәләй. Уҙған йылда ғаилә башланы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланған. Ике улы һәм өс кейәүе лә алғы һыҙыҡта ватан алдында бурысын үтәй. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ғаиләнең коррекция мәктәбендә уҡыусы улдарына медицина ярҙамы күрһәтеләсәк тип белдерҙе.
Эш сәфәре барышында республика башлығы Радий Хәбиров Благовещен районы эшҡыуарҙары менән осрашты. Асыҡ әңгәмә бизнес ойошманың кәйефен, ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа үҫеш һәм дәүләт ярҙамы һорауҙары буйынса фекер алышыу маҡсатында ойошторолдо.
Республикала эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, уңайлы иҡтисади мөхит булдырыу маҡсатында алты йыл элек бизнес -шериф институты булдырылды. Бынан тыш ер ҡуртымы өсөн ташламалар, һалым, эш ҡоролмалары һатып алыу өсөн льготалар, грант системаһы һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған. Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ай һайын үткәрелә. Тәүге әңгәмәләр Сибай һәм Благовещен ҡалаларында ойошторолдо. Эшҡыуарҙарңың байтаҡ һорау-мөрәжәғәттәре төбәк етәксеһе менән аралашыу барышында уҡ хәл ителде.
Флорида Ким




