Белорет ҡалаһында торлаҡ- коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса йыйылыш уҙҙы

Төп мәсьәлә күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонт өсөн түләү хаҡының артыуына бәйле. Йыйылышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар һәм тәҡдимдәр ҡаралды. Осрашыу район хакимиәте, коммуналь ойошма вәкилдәре, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашлығында үтте. Фекер алышыу диалог форматында ҡоролдо.

Чиновниктар билдәләүенсә, республика ил буйынса түбән түләүҙәр индерелгән төбәктәрҙең береһе. Тарифтарҙан айырмалы, төҙөлөш материалдарына хаҡтар бер нисә тапҡырға күтәрелгән.

Капиталь ремонт өсөн түләүҙәр йортто төҙөкләндереүгә етмәгәнгә был эш күсерелә килә, кәрәкле сумма тупланғансы оҙаҡ йылдар үтә. Минималь тариф менән ремонт эшләү мөмкин түгел. 1 майҙан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа был хаҡ бер квадрат метрына 12, 5 һум, алты ҡаттан юғарыраҡ булһа 13,2 һум менән билдәләнәсәк.

Юрий Точилкин, Белорет районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ