Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе

Өфөлә “Ут күршеләр” әҙәби–мәғрифәтселек проекты еңеүселәренең китаптар презентацияһы уҙҙы. Сара республика милли китапханаһында ойошторолдо. Яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәр менән осрашты. Конкурс  лауреаттары Юлдаш Ураҡсин һәм Заһиҙә Мусина.

Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе

Рус теленә тәржемә ителгән биш китап "Инеш" нәшриәтендә баҫтырылған. “Проза” йыйынтығына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре лә  ингән.

Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе

Ижади проект Башҡортостан яҙыусылар союзы тарафынан Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү маҡсатын ҡуя.

Фото №1 - Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ