Республика конкурсы иғлан ителде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, төп маҡсат - юл инфраструктураһы үҫешенә инвестиция йәлеп итеү, был өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу. Конкурста күп функциялы комплекс, ҡунаҡхана, яғыулыҡ станцияһы, сауҙа предприятиеһы, ашхана, транспортты хеҙмәтләндереү урындары араһында иң яҡшылар асыҡлана. Башҡортостанда һуңғы өс йыл эсендә 200 юл яны объекты булдырылған.




