21 апрелдә Сәләмәтлек поездары тәүге пациеттарҙы ҡабул итә

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә. Быйыл ул етенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр күсмә комплекстарҙа 170 меңдән ашыу  кеше тикшереү үткән.   Сәләмәтлек поездары бөтә райондарҙа була. Медицина составы  флюорограф, маммограф, сәләмәтлек үҙәктәре һәм фельдшер-акушер пункттарынан тора. Күсмә комплекстар 6 маршрут буйынса йөрөй. Уларҙың эш теҙмәһе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.

Фото №1 - 21 апрелдә Сәләмәтлек поездары тәүге пациеттарҙы ҡабул итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ