Рәсәйгә кире ҡайтырға теләүсе көнбайыш компанияларҙың табышына 35 процентлыҡ һалым билдәләргә тәҡдим итәләр. "Ғәҙел Рәсәй- хәҡиҡәт өсөн" партияһы шундай башланғыс менән сыҡты. - Көнбайыш санкциялары ҡабул ителгәндән һуң Рәсәй баҙарын ташлап киткән сит ил компаниялары исемлеге төҙөлөргә тейеш. Ундайҙар өсөн 35 процентлыҡ һалым ҡуйырға кәрәк, - тине партия рәйесе Сергей Миронов.




