Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының юғары партия мәктәбе «Төбәк кимәлендә сәйәси көн тәртибен мәғлүмәти оҙатыу» семинары уҙғарҙы.
Сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙҙы. Республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре мәғлүмәт бүлеге етәкселәре, сәйәсмәндәр һәм эксперттар мәғлүмәтте халыҡҡа еткереү технологияларын ҡараны. Көнүҙәк темалар буйынса партияның үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, сәйәси эш идаралығы етәксеһе, юғары партия мәктәбе директоры Роман Романов, граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды советы ағзаһы Александр Астафьев сығыш яһаны. Семинарҙа ҡатнашыусылар ижтимағи-сәйәси мәғлүмәтте ябай халыҡтың ҡабул итеү һәм баһалау үҙенсәлеге, заманса мәғлүмәт һуғыштары темаларына лекциялар тыңланы.



