Мөмкинлектәре сикләнгән шағирә Мария Ибраһимоваға ярҙам кәрәк

Шишмә районынан мөмкинлектәре сикләнгән шағирә битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән тиҙҙән фатирлы буласаҡ. Церебраль фалиждан яфаланған Мария Ибраһимованың йәшәргә урыны юҡ. Киҫкен мәсьәлә тураһында төбәктең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ынйы Әхмәҙуллина белеп ҡала. Тап уның башланғысы менән йәш шағирәгә ипотека өсөн тәүге иғәнәгә аҡса йыйыу ойошторолған. Ярҙамға тотош район халҡы ҡушыла, әлегә 700 мең һум аҡса йыйылған. 8 961 35 87 557 - Әхмәҙуллина Ынйы телефон номеры аша «Мария»ға тип яҙып, Һаҡлыҡ банкына аҡса күсерергә мөмкин. Фатир һатып алыныу менән, унда йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу ҙа ҡаралған.

8 961 35 87 557 - Әхмәҙуллина Ынйы, «Мария» тигән яҙыу менән

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ