Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң МХО биләмәһенә юлланды

Көс туплап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсыларын юлға оҙатыу тантанаһына ир-егеттәрҙең ғаиләләре, туғандары, дуҫтары килде. Тыуған яҡта үткән ун дүрт көнлөк ялда яугирҙар көс туплап, өй мәшәҡәттәрен хәл итеп өлгөргән , мәктәптәрҙә патриотик осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа алып барыу өсөн уңайлы автобустар бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ