1 апрелдән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды

Кампания барышына ҡағылышлы һорауҙар республика хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә ҡаралды. Яҙғы саҡырылышта бөтәһе 160 меңдән ашыу, шул иҫәптән Башҡортостандан 6 мең ярымдан ашыу егетте Ҡораллы көстәрҙең төрлө ғәскәрҙәренә һәм башҡарма власть органдарының хәрби частарына хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла. Егеттәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй. Хеҙмәт ваҡыты тамамланыу менән тыуған яғына ҡайтарыла. Рәсәй президенты Указына ярашлы, яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Документ менән хоҡуҡи акттарҙың рәсми сайтында танышырға мөмкин. Ҡануниәттәге яңы нормаларына ярашлы, хеҙмәткә 18 йәштән 30 йәшкәсә граждандар саҡырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ