Һынлы сәнғәт тарихындағы яңылыҡ Волга буйын федераль округы кимәлендәге уникаль ваҡиға. Ул былтыр «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторған ижади эксперименталь Бөтә Рәсәй симпозиумы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бөрйән районы тәбиғәтендә төшөрлгән ижади әҫәрҙәр бөгөн Башҡортостандың Милли музейына сығарылды. БЮТ хәбәрсеһеАзат Ғәлиуллин дауам итә.
Күренекле рәссам Салауат Ғиләжетдиновтың барлыҡ эштәре милли һәм донъяуи хис-тойғолар, тәрән фәлсәфә менән һуғарылған. Сөнки уның нигеҙен башҡорт халыҡ ижады тәшкил итә. Шуға ла хеҙмәттәрендә урындағы фольклор бик күп файҙаланыла.
Тап Салауат Ғиләжетдинов башланғысында былтыр Бөрйән районында ижади эксперименталь Бөтә Рәсәй симпозиумы үтә. Уның ойоштороусыһы булып «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы сығыш яһай. Йәмғеһе 25 әҫәр ижад ителә. Улар менән бөгөн ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостан Милли музейына сығарылған махсус күргәҙмә аша таныша ала.
Бөтә Рәсәй симпозиумы республикала башҡорт эмале үҙәген булдырыуға этәргес бирҙе. Һынлы сәнғәттең тағы бер тармағы ныҡлап тамырланды тигән һүҙ. Эштең дауамы итеп, быйыл «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы августа донъя рәссамдарын йәнә бергә йыясаҡ.
Азат Ғәлиуллин



