Өфөлә МХО-ла һәләк булған Анатолий Нурмөхәмәтов менән хушлашыу митингы үтте

Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Анатолий Нурмөхәмәтовтың батырлығы Миңлеғәле Шайморатов ордены менән билдәләнде. Бөгөн офицер менән хушлашыу митингы Өфөнөң Владимир Комаров балалар ижады ҡала һарайында үтте.

Республика йәмәғәтселеге ҡатнашлығында уҙған сарала Радий Хәбиров батырҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Лейтенант Анатолий Нурмөхәмәтов 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығының Мәскәү юғары команда училищеһын тамамлаған. Курсант сағында уҡ Ҡыҙыл майҙанда өс тапҡыр Еңеү парадында ҡатнаша, ведомство наградалары менән бүләкләнә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас йәш офицер махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Анатолий Нурмөхәмәтов 2024 йылдың 31 ғинуарында Харьков өлкәһендә Рәсәй сиктәренең территориаль бөтөнлөгөн тергеҙеү барышында һәләк була. 15 майҙа уға 24 йәш тулыр ине.

Анатолий минең күҙ алдында үҫте. Ул шундай шуҡ, теремек малай ине. Хәрби юлды һайлауы ла осраҡлы түгел. Ғаиләһе менән хәрбиҙәр. Ҡыҙғанысҡа, һәләтле, өмөтлө офицерыбыҙҙы юғалттыҡ. Туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам.

Владимир Трофимов, Башҡортостандың 1989-2001 йылдарҙағы хәрби комиссары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ