Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына айырыуса иғтибар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына айырыуса иғтибар. Көйөргәҙе районының халыҡ мәшғүллеге үҙәге хәрбиҙәрҙең туғандарын эш урындары менән тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Хәҙер ул «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге тип аталған яңыртылған, төҙөкләндерелгән форматта эшләй. Йыл башында ғына асылыуына ҡарамаҫтан, халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Ентекләберәк сираттағы яҙмала.

Һөнәре буйынса яратҡан эшен табыр өсөн Елена Никитинаға оҙаҡ эҙләнергә тура килә. Ун йылдан ашыу төрлө төҙөлөштәрҙә эшләй. Хеҙмәт урынымдың йәшәгән ерҙән алыҫ булыуы ғына үҙәккә үтте, ти ханым. Өҫтәүенә, ике улы ла махсус хәрби операцияла. Еленаға эш табырға Ермолаев ауылының кадрҙар үҙәге ярҙам итә. Хәҙер ул урындағы эшҡыуарҙың сауҙа комплексында ремонт эштәре башҡара.

2012 йылда шул уҡ хеҙмәт биржаһы ярҙамында штуктур-малярға уҡып сыҡтым. Һуңғы арала эшһеҙ ҡалып тағы мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торҙом. Күптән түгел генә унан шылтыратып яҡында ғына эш барлығын әйттеләр. Ҡуш ҡуллап риза булдым, сөнки һөнәрем үҙемә оҡшай. Эшҡыуар Альберт Рәфҡәт улына ҙур рәхмәт.

Елена Никитина, Ермолаев ауылында йәшәүсе

Беҙ эшсе көстәр һорап мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәйнек. Сөнки бизнес киңәйә, яңы майҙандар талап ителә. Хужалыҡта ла эш күп. Яңы хеҙмәткәр менән ҡәнәғәтбеҙ, бигерәк тә яугирҙарҙың әсәһе булғаны өсөн рәхмәтлебеҙ.

Альберт Күсәрбаев, эшҡыуар

Ҡәнәғәтләндерерлек эш урыны табылмағанда башҡа һөнәр ҙә үҙләштерергә мөмкин. Кадрҙар үҙәге 50 мең һумға тиклем дәүләт иҫәбенә уҡыуҙар ойоштора. Эльвира ла ,ире махсус хәрби операцияла саҡта, ашнаҡсы һөнәрен өйрәнергә ҡарар иткән. Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре уға 15 мең һумға сертификат тапшырҙы.

Өйҙә яңғыҙым ҡул ҡаушырып ултырмаҫ өсөн кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Ә улар миңә үҙ эшемде асыу юлдарын өйрәтте. Кондитерға уҡып сығыу өсөн сертификат та алдым бына. Дәртләндерҙеләр мине, хәҙер ауылымда ашхана асмаҡсымын.

Эльвира Пужайрыбка, Ермолаев ауылында йәшәүсе

Кадрҙар үҙәгендә граждандарҙы биш хеҙмәткәр ҡабул итә. Мәшғүллек буйынса барлыҡ мәсьәләләр ҙә урында хәл ителә. Төп маҡсат эш эҙләүселәр һәм биреүселәр араһында бәйләнеш булдырыу һәм хеҙмәт урындары табыу.

Илдә Ватанды һаҡлаусылар йылы булғанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына айырыуса иғтибар. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһенә куратор , карьера консультанты беркетелә. Белгестәр улар менән шәхси план төҙөп эшкә урынлашҡансы тиклем оҙатып йөрөй. Был эштә беҙгә район депутаттары, предприятиелар ҙа ярҙам итә.

Елена Ломова, Көйөргәҙе районы буйынса мәшғүллек үҙәге етәксеһе
Башбат

«Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгендә элекке кеүек вакансиялар тәҡдим итеп кенә ҡалмайҙар. Шнда уҡ ойошма һәм предприятие вәкилдәре менән дә осрашыуҙар ойошторола. Һөҙөмтәлә граждандар урында уҡ буласаҡ эш биреүселәре менән осрашып тәҡдим ителгән вакансиялар тураһында ентекләберәк таныша ала.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ