Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 1 градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем күтәрелә, көндөҙ 13-18, төньяҡта 8 градусҡа тиклем йылы була. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрымғаса насарая. Киләһе аҙна башында лә төбәктә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә 1-6, көндөҙ 11-16 градус йылы күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ