Ауыл хужалығы эшсәндәре район етәкселеге менән берлектә баҫыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Конференцияла аграрийҙар өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы саралары иғтибар үҙәгендә булды. Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре йылдағыса ужым культураларын, иген, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, гәрсис, көнбағыш, етен, шәкәр сөгөлдөрө сәсергә әҙерләнә. Башҡортостанда быйыл сәсеү кампанияһына 30 млрд һум аҡса бүленгән. Дөйөм алғанда республика буйынса 2,8 млн гектар майҙанда сәсеү эштәре күҙаллана.



