Шаран районында яҙғы баҫыу эштәренә арналған конференция үтте

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, агрономдар һәм Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран районындағы филиалы ҡатнашлығындағы сарала мөһим кампанияға бәйле һорауҙар күтәрелде. Быйыл сәсеү эштәре 48 мең гектарға яҡын майҙанда башҡарыласаҡ. Был былтырға ҡарағанда,1150 гектарға күберәк.

Шаран районы хужалыҡтары 5 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәселгән ужым культураларының уңышлы ҡышлауын билдәләй. Шуға ла яҙғы-баҫыу эштәрендә өҫтәмә мәшәҡәттәр көтөлмәй. Баҫыуҙарға минераль ашлама индереү апрель урталарына билдәләнгән. Агрономия конференцияһында билдәләнеүенсә, ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Һуңғы ике йылда ғына республика һәм федераль программалар ярҙамында ете тиҫтәнән ашыу берәмек техника һатып алынған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ