Диктантты донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән онлайн форматта ла яҙырға мөмкин ине. Теләгән һәр кем үҙ белемен тикшерә алды. Өфө ҡалаһы майҙансыҡтарында уҙған акция тураһында киләһе яҙмала.
Китап магазинына килеүселәр тоталь диктантты хеҙмәттәшебеҙ Айнур Ғибәҙуллин уҡыуында яҙҙы. Быйыл яҙыусы һәм сценарист Марина Москвинаның әҫәре һайланған. Өфөләр Рәсәйҙең 13 төбәге һәм донъяның 8 иле менән бергә «Мамонт Һөйәге» тексын яҙҙы. Рус теленән белемен һынаусылар араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә бар.
Валерий Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында диктант яҙырға кесе класс уҡыусылары йыйылды. 14 йәштән бәләкәйерәк ҡатнашыусылар өсөн «Недиктант « проекты әҙерләнгән. Балалар, диктант авторының тексы мотивтары буйынса 20 ғәҙәти булмаған мәсьәләне хәл итергә тейеш. Матвей акцияла икенсе йыл ҡатнаша. Диктанттың судно каютаһын хәтерләткән бүлмәлә үтеүе үҙенсәлекле атмосфера тыуҙыра.
Рус телен өйрәнгән сит ил граждандары, йола буйынса, TRUD тесын тапшырҙы. Ул Марина Москвина тексы нигеҙендә төҙөлгән һәм рус телен белеү кимәлен баһаларға ярҙам итә. Майҙансыҡта башлыса, юғары уҡыу йорттары студенттары йыйылды.
Грамоталылыҡты популярлаштырыу буйынса иң ҙур акция 21-се тапҡыр ойошторла, Өфөлә ул 13-сө тапҡыр уҙҙы. Ҡатнашыусылар уның һөҙөмтәләре менән акция сайтында таныша аласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева



