Кәсепселек үҫешкән ҡалалар исемлеге 2014 йылда формалаша башлаған, әле унда Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән 60-ҡа яҡын ҡала ингән. Өфөнө «Ағас һәм таштарҙы художестволы эшкәртеү һәм биҙәү буйынса» баһалар өсөн ғинуарҙа Бөтә донъя һөнәрселек Советы делегацияһы килгәйне. Баш ҡала хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, донъя кимәлендә уңыш ҡаҙаныу - оҫталар, рәссамдар, эшҡыуарҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Өфөнөң туристик мөмкинлектәрен киңәйтеүгә лә ҙур этәргес. Һуңғы йылдарҙа төбәктә халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә бизнесты үҫтереүгә шарттар ҙа күпкә яҡшырҙы, баш ҡалала һөнәрселектең күп төрлө йүнәлештәре күрһәтелгән.



