Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сарала республика район-ҡалаларын 8 мәғариф учреждениеһы ҡатнашты. Фестиваль «Глобус» балалар сәнғәт үҙәге Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында ойошторолдо. Әйткәндәй, «ТехноГлобус» IT - паркы былтыр эш башлауға ҡарамаҫтан, бөгөн унда 500-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шөғөлләнә. Ата-әсәләр араһында ла ҡыҙыҡһыныу көслө.
Фестивалдә 30 бала ҡатнашты. Улар араһында иң бәләкәйе Өфөнән Кәрим Туҡтаров. 10 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, малай республика һәм ил кимәлендәге үткән бик күп фестивалдәрҙә призлы урын яулаған. Дрондарҙы осороу буйынса асыҡ ҡала фестивале 4 судья күҙәтеүендә алып барылды. Белгестәр ҡатнашыусыларҙың пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү һәләттәрен баһаланы, ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үтеүселәргә квалификация бирелде. Фестиваль еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәргә тапшырылды.



