Бөгөн Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үтә

Унда республика  киң  мәғлүмәт саралары командалары ҡатнаша. Ярыш "Динамо" стадионында була. Сәғәт 10-да сараны асыу тантанаһы башлана. Тамашасылар өсөн инеү ирекле. Көйәрмәндәр өсөн бүләктәр әҙерләнгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды "Республиканың алтын тауышы" тип атанылар. Ул спорт яратты. "Юлдаш" радиоһының волейбол командаһы капитаны булды.  Әхәт Мортазин  2018 йылда  59 йәшендә  арабыҙҙан китте.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үтә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ