Республикала энергетик эсемлектәр һатыуҙы сикләү тәҡдим ителә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун проектын ҡарарға ниәтләй. Һүҙ продукция менән айырым урындарҙа сауҙа итеүҙе тыйыу хаҡында бара. Бындай эсемлектәр мәктәп, вуз, дауахана һәм театрҙарҙа,  шулай уҡ физкультура һәм спорт учреждиениеларында һатылмаҫҡа тейеш. Закон проекты ҡабул ителһә, ул 1 сентябрҙә көсөнә инергә тейеш.

Фото №1 - Республикала энергетик эсемлектәр һатыуҙы сикләү тәҡдим ителә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ