Республикала эш урындарында бәхетһеҙ осраҡтар кәмегән

Былтыр Башҡортостанда предприятиеларҙа 32 хеҙмәткәр һәләк булған. 2023 йылда 36 кеше үлгән. Эш урындарында йәрәхәтләнеү 11 процентҡа аҙайған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо турала белдерҙе. 2024 йылда эшкәртеү сәнәғәте, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм ауыл хужалығы тармағында бәхетһеҙ осраҡтар йышыраҡ теркәлгән. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, республикала 108 меңдән ашыу кеше зыянлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттары булған урында эшләй. Һәр районда хеҙмәтте яҡлау буйынса  координация  советтары ойошторолған. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү буйынса саралар планы булдырылған.

Фото №1 - Республикала эш урындарында бәхетһеҙ осраҡтар кәмегән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ