Мөнир Ҡунафиндың яңы китабы донъя күрҙе


Билдәле журналист, яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың яңы китабы донъя күрҙе. Был яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Махсус хәрби операция башланғандан алып бөтә республика яугирҙарға ярҙам итә. Был эшкә беҙҙең ижади интеллигенция, шул иҫәптән Башҡортостан яҙыусылар союзы ла әүҙем ҡушылды. Был беҙҙең дәүләт сәйәсәте - беҙ яҙыусыларыбыҙға махсус хәрби операция биләмәһенә командировкалар ойошторорға ярҙам иттек, улар яугирҙар менән бергә алғы позицияларҙа булды. Бындай командировкаларҙың һөҙөмтәләренең береһе булып Мөнир Ҡунафиндың юл яҙмалары һәм очерктары тора. Күптән түгел уның йыйынтығын Мәскәүҙәге нәшриәттәрҙең береһе баҫтырған. Тиҙҙән ул беҙҙең «Китап» магазинына һатыуға сығарыласаҡ. Мөнир Сәхиулла улын яңы китабы сығыу менән ҡотлайым! Был башҡорт хәрби прозаһы һәм республиканың бөтә ижади тормошо өсөн ҙур ваҡиға, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ