Уҙған тәүлектә республикала ҡоро үлән яныуға бәйле биш осраҡ теркәлгән

Тәбиғәт янғындары Фёдоровка, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ һәм Әбйәлил райондарында сыҡҡан. Уларҙың дөйөм майҙаны 3 мең гектарҙан ашҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостанда ҡоро үлән үртәлеп 70 янғын сыҡҡан. Ут 692 ярым гектар ерҙе ялмаған. Янғындарҙың барыһы ла һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ