Башҡортостанда Рәсәй либерал-демократ партияһы депутаттары төбәктәрҙең иҡтисади үҫеше һәм кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Республикалағы кеүек үк илдең башҡа субъекттарында ла машиналар эшләү, мәғлүмәт технологиялары, энергетика, ауыл хужалығы, медицина һәм мәғариф өлкәһендә квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ күҙәтелә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн дәүләт, бизнес һәм мәғариф учреждениеларының комплекслы үҙ-ара эш итеү кәрәклеге билдәләнде. Шул иҫәптән квалификацияны күтәреү, йәш белгестәргә социаль гарантиялар тармаҡ проблемаларын хәл итә.



