Белем усағы концессия килешеүе буйынса һалына. Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған объект федераль һәм республика ҡаҙнаһынан финанслана. Төҙөлөштә БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Ямғырмы, ҡармы - төҙөүселәр һауа шарттарына ҡарамай. Социаль объект былтыр һалына башлаған, әле мәктәптең стеналары күтәрелә.
Төҙөлөш майҙаны 32мең квадрат метр майҙанды биләй.Ул Күп функциялы рекреацион үҙәкте, 497 урынлыҡ тамаша залын,
613 урынлыҡ ашхананы үҙ эсенә ала. Мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә бөтә кәрәкле шарттар булдырыласаҡ.Профилле инженер-технологик, медицина-биология, компьютер кластары - бөтәһе лә заманса һәм уҡытыу талаптарына ярашлы ойоштороласаҡ.
Мәктәптә балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар биреләсәк. Ике спорт залы, заманса тренажер залы , мини-футбол, волейбол-баскетбол майҙансығы, йүгереү юлдары, ял урындары, уҡытыу-тәжрибә зонаһы була. Бынан тыш, мәктәптә оҫтаханалар, түңәрәктәр һәм студиялар эшләйәсәк , унда балалар компьютер графикаһы, сәнғәт һәм дизайн, робототехника, шахмат, шулай уҡ мәктәп фотостудияһында шөғөлләнә аласаҡ.
Башҡортостан яңы мәктәптәр төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса башҡа төбәктәр араһында алдынғы урынды биләй. Мәғариф учреждениелары йылдам үҫешкән яңы микрорайондарҙа күп ҡатлы йорттар менән бергә төҙөлә.
Рәмилә Исмәғилева



