Баймаҡта үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы башланды

Ватан һаҡсыларына дан йырлап. Баймаҡ ҡалаһының мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары араһында үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы башланды. Ул Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һәләттәрҙе уятыусы сара. Баймаҡ ҡалаһының хеҙмәт ойошмалары араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы башланды. Йолаға индереп үткәрелеп килгән концерт һуңғы йылдарҙа ойошторолмағанға күрә, күптәр һағынып та өлгөргән.

Үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсын белем биреү учереждениелары башланы. Бөтә сығыштар ҙа Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби операция темаларын сағылдыра. Ҡаланың бишенсе мәктәбе асылыуға биш йыл, йәш коллектив был конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаша. Шуға ҡарамаҫтан, тамашасы күңеленә үтеп инә алырлыҡ ижади номерҙар тәҡдим итте.

Баймаҡтар март айында ауыл биләмәләренең юғары кимәлдә әҙерләнгән сығыштарын ҡараһа, ҡала ойошмаларының тамашаһына ла ҙур кинәнес менән йөрөй. Концерттар хеҙмәт коллективтарында егәрле һәм тырыш ҡына түгел, ә талантлы кешеләр ҙә эшләүен дәлилләй. Еңеүселәр 18 апрель Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә Гала-концерттта сығыш яһаясаҡ.

Раушания Рәхимова

Волна
Акции БСТ