Өфөгә сәйәхәтсе, ғалим, географ, Рәсәй География йәмғиәте ағзаһы Рәшид Ҡасҡырбай килде. «Бөйөк сәй юлы»н тергеҙеүгә арналған халыҡ-ара автосәйәхәт проектының маҡсаты Рәсәй, Монголия, Ҡытай һәм ШОС БРИКС илдәре халыҡтарының тарихын яҡтыртыу, үҙ-ара берләшеү, һәм дуҫлыҡ урынлаштырыу. Өфөнән Улан-Батыр ҡалаһына сәйәхәт барышында осрашыуҙар, әңгәмәләр, тантаналар һәм мәҙәни программалар ойоштороу планлаштырыла.



