Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында тәүге тапҡыр өлкәндәр өсөн спектакль ҡуйылды

«Мысыр ҡараңғылығы» тип аталған әҫәр Михаил Булгаковтың «Йәш табиптың яҙмалары» хикәйәләр циклы буйынса тәҡдим ителде. Ул Мәскәү режиссеры Елена Котихина ярҙамында сәхнәләштерелде. Автор хикәйәлә үлем һәм йәшәү, кеше ғүмере, әхлаҡи ҡиммәттәр кеүек темаларҙы күтәрә. Спектакль бер герой тирәләй бара. Медицина училищеһын тамамлап, ауыл дауаханаһына эшкә ҡайтҡан белгестең һәр көнө ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа юл эҙләүгә ҡоролған. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры репертуарына ингән яңы әҫәр, ғөмүмән, етди темалар тураһында һөйләшеүгә ҡоролған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ