Шишмә районының «Турахан» кәшәнәһе биләмәһендә милли яндан уҡ атыу буйынса беренсе республика чемпионаты үтте. Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу район-ҡалаһынан килгән 80 ҡатнашыусы «Көмбәҙ» һәм «Тиҙ атыш» тип исемләнгән тәүге тапҡыр ойошторолған ярыштарҙа сығыш яһаны.
Традицион уҡтан атыу буйынса ярыш был спорт төрөн яратыусылар өсөн ысын байрамға әүерелде. Сарала һәр кем үҙенең оҫталығын күрһәтергә тырышты. Уҡ атыу физик әҙерлек кенә түгел, шулай уҡ психологик тотороҡлолоҡто, хатта иң көсөргәнешле мәлдәрҙә лә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Чемпионат сиктәрендә Милли яндан уҡ атыусылар федерацияһының беренсе йыйылышы үтте. Йылдар дауамында башҡорт спортын үҫтереүгә тос өлөш индереүселәргә танытмалар тапшырылды. Ул ил һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын бирә.



