2024 йылда 436 мең гектар буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. Әле 2025 йыл уңышын страховкалау буйынса эш алып барыла. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостан страховкаланған сәсеүлектәр майҙаны буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. 2024 йылда дәүләт ярҙамы 240 миллион һум булған. Быйыл да шул сама аҡса ҡаралған.




