Ауырғазы районында Өйәҙән йылғаһы аша күпер ремонтлана

Ул  "Йәшәү өсөн инфраструктура" тигән милли проект буйынса алып барыла. Капиталь ремонтты йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. - Күперҙең оҙонлоғо 116 метр. Ул Талбазы һәм Красноусол араһында  урынлашҡан. Бында туристар күпләп йөрөй, көн һайын 3 меңдән ашыу автомобиль үтә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Ремонт барышында урау юл булдырылған.

Фото №1 - Ауырғазы районында Өйәҙән йылғаһы аша күпер ремонтлана
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ