Өфөлә «Именлек» республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы тулы ҡеүәттә эш башланы

Социаль учреждениела ҡарттар һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы даими ҡарау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов үҙәктәге йәшәү, туҡланыу, дауаланыу урындарын юғары баһалап, ошондай күләмле төҙөлөш эштәренең мөһимлеген билдәләне. Өлкәндәргә булған иғтибар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Әлфинә Ибраһимова медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡарауына айырыуса мохтаж. Былтыр «Именлек» республика геронтология үҙәгенә эләккәндә үҙен ағас кеүек тойһа, ҡулдарын, аяҡтарын да тоймаһа, хәҙер хәле күпкә яҡшырған. Учреждениеның яңы корпусына ла тәүгеләрҙән булып тап түшәктә ятҡан өлкән йәштәгеләр күсерелгән. Бинаның тәүге ҡатында улар өсөн махсус йыһазландырылған бүлмәләр ҡаралған.

«Именлек»тең яңы корпусы заман талаптарына яуап бирә. Тәүге өс ҡатта ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йәшәү урындары булдырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, үҙәктә йәшәүселәр менән аралашты, тәьҫораттарын белеште.

Объекттың дүртенсе ҡатында медицина бүлексәһе эшләй. Дауалау физкультураһы, тренажер залдары, процедуралар кабинеты бар. Шулай уҡ үҙәк администрацияһы ла яңы бинаға күскән. Һауыҡтырыу процедураларын үтеүҙән тыш, өлкән йәштәгеләр ҡул эштәрен дә яратып башҡара. Үҙгәрештәрҙе һәр кем ҡыуанып ҡабул иткән.

Ашхана ла иркен. Оло быуын вәкилдәре үҙҙәрен яңы өйгә күскәндәй тойоуын билдәләй. Бында йәшәү өсөн иң яҡшы шарттар.

Бассейнға табип күрһәтмәһе буйынса яҙылырға мөмкин. Өлкән йәштәгеләр менән инструкторҙар эшләйәсәк. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн күтәргес тә бар.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙәк эшмәкәрлеге менән танышҡанда хеҙмәткәрҙәр менән дә аралашты. Эш шарттарын белеште. Егеттәрҙең береһе Серафимов балалар йортонан һуң социаль учреждениела йәшәй башлаған, хеҙмәт урыны менән дә тәьмин ителгән.

Республикала ҡарттар һәм инвалидтар өсөн учреждениелар күп булыуға ҡарамаҫтан, уларға ихтыяж юғары ҡала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ярҙамға мохтаж өлкән быуын вәкилдәре дәүләт опекаһында тулы тормош менән йәшәһен өсөн тейешле шарттар булдырыу шарт. «Демография» милли проекты буйынса күтәрелгән яңы корпус та - социаль учреждениеларҙы камиллаштырыу өлгөһө.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ