Бөгөн Башҡортостан башлығы Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән осрашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика федераль ведомство менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Төбәктә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә, һуңғы йылдарҙа егерменән ашыу учреждение файҙаланыуға тапшырылған. Осрашыуҙа пансионаттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡтың тәжрибәһе, балаларҙы, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ҡарау тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ республика етәксеһе республиканың көньяғында «Талҡаҫ» шифаханаһы базаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге булдырырға тәҡдим итте. Магомед Абдулхәлимов был башланғысты федераль министрлыҡта ентекләп ҡараясаҡтары тураһында белдерҙе.




