Башҡортостанда шәхси пансионаттар селтәре киңәйә

Башҡортостан дәүләткә ҡарамаған социаль секторға ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. Төбәктә оло йәштәге кешеләрҙе ҡарау буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе 10 ойошма эшләй. Уларҙың яртыһы - ҡарттар һәм инвалидтар өсөн дәүләт интернат-йорттары, шулай уҡ 5-е -концессия килешеүҙәре сиктәрендә булдырылған шәхси пансионаттар. Кушнаренко районының Шәрип ауылындағы шәхси пансионат эшмәкәрлеге менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Юлиә Мәҡсүтова 41 йәшендә яңынан атларға өйрәнә. Бер йыл самаһы элек Мәскәүҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән ханым ҡаты ағыуланып дауаханаға эләгә. Табиптар әйтеүенсә, уны теге донъянан тартып тигәндәй сығаралар. Шул ваҡыттан алып Юлиә коляскала ултыра. «Ата-әсә йорто» пасионатында ул оҙайлы тынлыҡтан һуң, тәүге аҙымдарын яһай.

Шәрип ауылындағы инвалидтар һәм оло йәштәге граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге дәүләт-шәхси партнерлыҡ килешеүе сиктәрендә асыла. Инвестор реконструкция үткәрә, ҡорамалдар менән йыһазландыра. Һөҙөмтәлә 40 койка-урынлыҡ пансионат булдырыла, уларҙың 30-ы бюджет нигеҙендә. Пансионатта йәшәүселәр төрлө дауаланыу процедуралары үтә, ә инде ололар үҙҙәрен өйҙә кеүек итеп тойһон өсөн уңайлы шарттар булдырылған - баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫрайҙар, хатта ғаилә ҡоралар. Шундай парҙарҙың береһе - Ләлә менән Александр.

Ләләне күргәс тә күҙ һалдым. Артынан оҙаҡ ҡына йөрөргә тура килде. Бергә саф һауаға сығабыҙ, музыка тыңларға яратабыҙ.

Алексадр Печёркин

Пансионат эшмәкәрлеге менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов та танышты. Ул палаталарҙы ҡараны, көнкүреш шарттары, туҡланыу менән ҡыҙыҡһынды. Әлеге ваҡытта республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ килешеүе нигеҙендә биш пансионат эшләй. Уларҙа 132 кеше йәшәй. Киләсәктә ошо уҡ райондың Иҫке Ғүмәр ауылында 70 һәм Әлшәй районының Ташлы ауылында 60 урынға иҫәпләнгән пансионаттар асыу күҙаллана.

Юлиә Мәҡсүтова ла йәйгә ҡарай үҙаллы йөрөй башларына ышана. Хыялына табан атлар өсөн ул көндән-көн бәләкәй, ләкин ышаныслы аҙымдар яһай.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ