Ауырғазы районында бер юлы ике күпер тәртипкә килтерелә

Бишҡайын ауылы эргәһендәге ҡоролмаға капиталь ремонт үткәрелһә, Таштамаҡ янындағыһы реконструкциялана. Ике объект та «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Урындағы халыҡ Үҙән йылғаһы аша һалынған объектҡа күптән ремонт талап ителеүен билдәләй. Машиналар өсөн генә түгел, ул йәйәүлеләр өсөн дә хәүефле булған.

Был күперҙе мин мәктәп йылдарынан беләм. Бер нисә тапҡыр ерҙең уйылып төшөүе лә хәтерҙә. Шуға ла 60-сы йылдарға ҡараған объектта капиталь ремонт күптән талап ителә ине.

Владимир Евстафьев, Бишҡайын ауыл биләмәһе башлығы

Күпер Ауырғазы һәм Ғафури райондарын тоташтыра. Уның аша Красноусол ауылына һәм шифаханаһына барып етергә мөмкин. Объекттың яңыртылыуы туристар өсөн дә әһәмиәтле. Тәүлегенә генә объект аша 3 меңдән ашыу машина үтә. Әйткәндәй, милли проект сиктәрендә республикала тағы ла 13 объект төҙөкләндереләсәк. Уларҙың күбеһе туристик ағымды көйләүгә бәйле һайлап алынған. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары хәүефһеҙлеге өсөн ҡоролмалар нормаға ярашлы тәртипкә килтерелә. Шуға ла яңылыҡ төбәккә туристар ағымын бермә-бер арттырырына өмөт тыуа.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ