Туймазы районының «Бабай Утары» этнографик комплексы аренаһында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Кекусин-каратэ һәм Кекусин-нунчак буйынса Евразия чемпионаты һәм беренселеге үтте.
Икенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Башҡортостандың Өфө, Туймазы, Нефтекама, Дүртөйлө ҡалалары һәм райондарынан, Мәскәү, Силәбе, Пермь, Татарстан, Һамар, Тольятти ҡалаларынан 250 көрәшсе ҡатнашты. Улар күп тапҡыр халыҡ-ара турнирҙар һәм Рәсәй беренселеге чемпиондары.
Турнирҙы Кекусин -каратэ буйынса тренер, ҡара билбау эйәһе Зөфәр Ҡорбанғәлиев ойошторҙо. Ул 30 йылдан ашыу Туймазы каратэ мәктәбендә спортсылар тәрбиәләй, уларҙың 50 - нән ашыуы ҡара билбау эйәһе. Чемпионатта призлы урындарҙы Мәскәү, Силәбе һәм Татарстан спортсылары бүлеште.



