Юлай Ильясов белдереүенсә, яҡташыбыҙ былтыр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу аппраттары операторы булып хеҙмәт итә. Бурыстарын намыҫ менән үтәй. Ул махсус хәрби операция тамамланғас та, Донбасҡа ярҙам итергә ниәтләй. “Бында көслө рухлы халыҡ йәшәй. Улар күпте күрҙе, күпте кисерҙе. Донбаста йәшәүселәргә беҙҙең ярҙам кәрәк”, - ти Күмер ҡушаматлы яугир. Ул “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнаша. Республикала килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә.




