Бындай осраҡтар Мәләүез ҡалаһында, Стәрлебаш һәм Хәйбулла райондарында теркәлгән. Ут һүндерелгән. 200 гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитенан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 75 урында ҡоро үләнгә ут ҡапҡан. Белгестәр сүп-сар яндырмаҫҡа, урманда усаҡ яҡмаҫҡа, балаларҙы һәм оло йәштәгеләрҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.




