Ул 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Өфө сауҙа-иҡтисади колледжы студенты “Молодой” тигән ҡушамат алған. Әле ул Мөғин Нагаев исемендәге батальонда хәрби бурысын үтәй. Алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн икенсе дәрәжә “Хәрби дан” миҙалы менән бүләкләнгән. Яҡташтарыбыҙ ҙа яугирҙар сафына баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк.




