Яҡшы һөҙөмтә. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 80 проценты бизнес-шерифтар менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген белдереп, һорауҙарға тиҙ арала яуап алыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Күрһәткес менән үҙ социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров бүлеште. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, нәҡ ошо маҡсатта биш йыл элек бизнес-шерифтар институты булдырылған да инде. 2019 йылдан 17 меңгә яҡын «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үткәрелгән. Унда ҡаралған 24 меңдән ашыу проекттың яртыһы тормошҡа ашырылған. «Был яҡшы һөҙөмтә, тип иҫәпләйем», - тип яҙған төбәк етәксеһе.



