Башҡортостанда инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса эшҡыуарҙар менән осрашыу үтте

Өфө геном үҙәгендә Башҡортостан бизнес-берләшмәһенең инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре менән осрашыу үтте. Сарала ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ эшен башлауҙа тыуған ауырлыҡтар тураһында һөйләне. Улар шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте етәкселегенә аукционһыҙ ер участкаһын ҡуртымға алыу, объекттарға коммуналь инфраструктура үткәреү, бизнесты яҡлау буйынса ғәмәлдәге сараларға бәйле һорауҙарына яуап алды. Бынан тыш, онлайн-тауыш биреү форматында үткән осрашыуҙа ҡатнашыусылар республиканың инвестиция климатын да баһаланы. Уның һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә респонденттарҙың 90 проценты ыңғай фекерҙә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ