Өфөлә бер ҡатын-ҡыҙ һәм ике бала һәләк булған янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Тәфтиш комитеты «Ике һәм күберәк кешенең һаҡһыҙлыҡ буйынса ғүмерен өҙөү» статьяһы буйынса тикшереү алып бара. Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса йортта бәхетһеҙ осраҡ кисә кис теркәлгән. Торлаҡтан 77 йәшлек ҡатын, 8 һәм 4 йәшлек ике бала эвакуацияланған. Реаниматологтар уларға тәүге ярҙам күрһәтә, тик өсәүһен дә ҡотҡарып булмай. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ