Республика һайлап алыу пунктында контракт хеҙмәте өсөн бөтә шарттар булдырылған

Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял урындары ойошторолған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған ир-егеттәр бер тапҡыр 2 миллион һум, ә унан һуң - ай һайын кәмендә 210 мең һум аласаҡ. Шулай уҡ яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам саралары ҡаралған. Контрактты Хәрби комиссариатта йәки «Һаҡлаусы» берҙәм үҙәгендә төҙөргә мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ