Баймаҡта Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте

Баймаҡ районында билдәле педагог һәм ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте. Сара шәхестең тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Кәрим Дияров Урал аръяғында барлыҡҡа килгән ҡурайҙа уйнауҙың классик традицияларын дауам итеүсе булып тора. Башҡорт фольклорын йыйыусының репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәренең 100 ашыу варианты бар. Кәрим Дияров уйнаған «Аҡ яурын, сал бөркө», «Абдрахман-кантон», «Байыҡ», «Баяс», «Буранбай», «Ҡаһымтүрә», «Саптар-юрға», «Сыңрау торна», «Урал» .көйҙәрен бөгөн дә халыҡ яратып ҡабул итә, ҡурайсылар төрлө конкурстарҙа ошо көйҙәрҙе яңғыратып урындар яулай.

Конкурстың маҡсаты билдәле ҡурайсы Кәрим Дияров ижадын пропагандалау уның репертуарындағы башҡорт халыҡ йырҙарын ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, ҡурайҙа уйнау сәнғәтенә иғтибар арттырыуға йүнәлтелгән. Бәйгеселәрҙе билдәле ҡурайсылар төрлө конкурстар лауреаттары, башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ‐ Нурғәле Кәйекбирҙин, Илнур Ислаев, Фәттәх Аралбаев баһаланы.

Данияр Мөхәмәтдинов 8 йәштән алып Өфө ҡалаһының Халиҡ Заимов исемендәге музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә. Уҡытыусыһы Вилдан Дәүләтбирҙин менән республикала үткән конкурстарҙа ҡатнаша, урындар яулай. Ейәненең мәртәбәле бәйгелә ҡатнашасағын белеп уның сығышын ҡарарға Йылайыр районынан өләсәһе Зифа Ниғмәтуллина ла килде. Әйткәндәй ул данлыҡлы ҡурайсының ғаиләһе менән яҡындан таныш була.

Кәрим Дияров исеменә тәүге тапҡыр үткәрелгән конкурс республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсыларҙы йыйҙы.12 ансамбль һәм 50 яңғыҙ ҡатнашыусы булды. Бар конкурсанттарҙа номинацияларға һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Гран‐приға үҙенең башҡарыу оҫталығы менән барыһын да әсир иткән Юнир Һағынбаев лайыҡ булды.

Раушания Рәхимова

Волна
Акции БСТ