Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры Мәскәүҙә сығыш яһай

Бөгөн Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры Мәскәүҙә сығыш яһай. Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә - «Рахманинов. Ғүмер буйына симфония» балетының премьераһы. Постановка бөйөк рус композиторының тормошона һәм ижадына арналған. Билдәле башҡорт басы Асҡар Абдразаҡов спектаклдә Федор Шаляпин партияһын башҡара. Сөнки бөтә донъяға билдәле булған йырсы ваҡытында Сергей Рахманинов менән бик дуҫ булған. Премьераға билеттар һатылып бөткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ